Администрация сельского поселения Давлетовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Без категории · 26 мая 2026 г.
#КультураАбзелил#
#КультураАбзелил# #КушеевскийСК# Ошо арала ғына Кушый ауылы клубында бик йөкмәткеле байрам үткәреп ебәрҙек. Линара Гафуровна менән берлектә тиҙ арала ғына, Махсус хәрби операция ла ҡатнашыусы бөгөнгө көндә ялда булыусы батыр егеттәребеҙҙе кунакка сакырып алдык. Ауылыбыҙҙың абруйлы имамы Азат Рафиҡ улы ла был саранан ситтә тороп ҡалманы. Ул да килеп егеттәребеҙгә теләктәр теләп, һау ғына йөрөүҙәрен телане 🤲🤲🤲 Мәктәп балалары менән берлектә, матур концертта куйып ебәрҙек. Үҙебеҙҙең Дәуләт ауылы биләмәһе башлығы Фәнүзә Гәлип ҡыҙы килеп , егеттәребеҙгә матур бүләктәрен тапшырып ,һаулыҡ , еңеү алып кайтыуҙарын теләне. Байрамдын аҙағынан тамле сәйҙәр эсеп, таралыштыҡ. Рәхмәт беҙҙең яугир, батыр егеттәребеҙгә.