Администрация сельского поселения Ишмухаметовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан
Новости · 20 мая 2026 г.
Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! — 20 мая 2026 г. в 06:24:07.106
Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар! Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты 2026-2027 уҡыу йылына буласаҡ 5-се кластар өсөн полиолимпиада үткәрә! Математика, рус теле, башҡорт теле менән бер рәттән инглиз теленән һорауҙар буласаҡ. Һинең белемгә ынтылышың бармы? Үҙ һәләттәреңде үҫтерергә теләйһеңме? Һин спорт яратаһыңмы? Һиңә аралашыу етмәй, бер ҙур ғаилә ағзаһы булырға теләйһеңме? Үҙ туған телеңдә рәхәтләнеп аралашыр дуҫтар табырға хыялланаһыңмы? Улайһа, беҙгә кил! Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты һине, тик һине генә көтә! Рухлы, белемгә ынтылышы булған, киләсәккә ныҡлы атлаған шәхес булып үҫергә теләүселәр өсөн: Белем усағында дәүләт имтихандарына ентекле әҙерлек , профилле предметтар буйынса махсус курстар, барлыҡ йүнәлештәге түңәрәктәр һәм секциялар тәҡдим ителә; Район, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүселәре һәм призерҙары булған, тәжрибәле педагогтар һеҙҙең менән эшләйәсәк.; Ижади потенциалды, лидерлыҡ сифаттарын, милли үҙаңды үҫтереү, патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән эштәр югары кимәлдә ойошторолған; Өҫтәлмә белем учреждениелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты менән килешеү төҙөлгән; Шайморатовсылар класында айырым программа менән уҡыу мөмкинлеге бар; Быларҙың барыһына ла көсөң етһен өсөн, көнөнә 6 тапҡыр туҡланыу ойошторолған; Туҡланыу буйынса 30%, 50,%70%, ММС МХО категорияһына тап килгән уҡыусыларға ташламалар ҡаралған. Полиолимпиада ике этаптан тора: 1-се этабы һылтанма https://forms.yandex.ru/u/6a06b35c84227c17324ed906 27 майға тиклем онлайн теркәлеү үтеү. 2-се этап - 28 май, сәғәт 9.00 Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында полиолимпиада һорауҙарына яуап тотоу. белешмәләр өсөн телефон: 2-15-54, 2-11-38. Ҡабул иткәндә өлгәш менән берлектә төрлө өлкәләге ҡаҙаныштарығыҙ ҙа иҫәпкә алынасаҡ. Рәхим итегеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Внимание! Внимание! Внимание! Баймакский полилингвальный многопрофильный лицей-интернат проводит полиолимпиаду для набора обучающихся в 5 класс на 2026 - 2027 учебный год. Полиолимпиада проходит в два этапа: 1 этап-до 27 мая - прохождение регистрации, подача заявки по ссылке https://forms.yandex.ru/u/6a06b35c84227c17324ed906 2 этап-28 мая в 9.00 на базе Баймакского полилингвального многопрофильного лицея-интерната решение заданий полиолимпиады. Мы ждем Вас, Добро пожаловать” Телефон для спавок:2-15-54, 2-11-38.

