Администрация сельского поселения Сафаровский сельсовет
Новости · 1 сентября 2026 г.
🌐Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр. Барығыҙҙы ла Б... — 1 сентября 2026 г. в 06:41:51.140
🌐Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр. Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Беренсе сентябрь – һәр кем өсөн түҙемһеҙлек менән көтөп алған, бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Ҡәҙерле уҡытыусыларға, ата-әсәләргә тәрбиә эшендә сабырлыҡ теләйбеҙ. Балаларығыҙ һеҙҙе уңыштары һәм еңеүҙәре менән гел ҡыуандырып торһон. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ. Яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #1сентябрь #белемкөнө #деньзнаний

