Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында граждандарҙы ведомство-ара күсмә ҡабул итеү тураһында 2026 йылдың 28 апрелендә Бөрйән районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ведомство-ара күсмә ҡабул итеү үткәрә. Ҡабул итеүҙә Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе (пенсия тәьминәте һәм мотлаҡ социаль страховкалау мәсьәләләре буйынса), Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Министрлығының «Башҡортостан Республикаһы буйынса медицина-социаль экспертиза Баш бюроһы» федераль ҡаҙна учреждениеһы (инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләләре буйынса), “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе вәкилдәре, шулай уҡ: - Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы; - Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ҡатнаша. Ҡабул итеү 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61-се йорт адресы буйынса Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте бинаһында үтәсәк. Үҙегеҙ менән паспорт алырға, һәм, мөмкин булһа, ҡағыҙҙа яҙма мөрәжәғәт булырға тейеш. Шәхси ҡабул итеүгә алдан яҙылыу 21 апрелдән башлана: эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (төшкө аш 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем) 3-52-40 телефоны буйынса.
ЧП, ДТП. Сахалин - Точка отсчёта
Администрация Шахтерского муниципального округа
ЕДДС Брюховецкого района
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
ЧП Тульская область
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.