Администрация сельского поселения Ялчинский сельсовет МР Кугарчинский район Республики Башкортостан
Новости · 28 мая 2026 г.
Балалар майҙансығындағы оло байрам өсөн ойоштороусыларға -Гайсиндарға -Ғәлиә һәм Данил ... — 28 мая 2026 г. в 04:20:02.214
Балалар майҙансығындағы оло байрам өсөн ойоштороусыларға -Гайсиндарға -Ғәлиә һәм Данил һәм Харисовтарға-Флюза абыстай һәм ,,Миңлеямал"мәсете Ришат Имам -Хатибына,өҫтәл әҙерләшкән ҡатын -ҡыҙҙарға,Нурзия һылыуҙың әсәһенә(китаптары өсөн),Флюрәгә(күп балалы ғаиләләрҙең балаларына бүләктәр) -ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!Ул ҡәҙәр матур,күркәм,мәғәнәле, иман менән нурландырылған байрам булғаны юҡ ине әле.Балаларҙы,ололарҙы дингә йәлеп итеп,аяттар ятлатып, ҡайһылай береһен дә айырмай бүләктәрен биреп.Бергә спорт уйындары,сәй эсеүҙәр-бөтәһе лә иҫ китмәле матур булды. Ауыл халҡын ҡыуандырғанды Хоҙай үҙеғеҙгә меңләтә ҡайтарһын! Ғаиләгеҙ имен-һау булһын,эштәрегеҙ уң булһын,йөрөгән юлдарығыҙҙа Хозур Ильяс юлдаш булһын!

