Администрация СП Абдулкаримовский сельсовет МР Баймакский район РБ
Без категории · 20 февраля 2026 г.
Интернет селтәрендә Башҡортостанға сиктәш булған өлкәләрҙән мал ауырыуҙары тураһында бо... — 20 февраля 2026 г. в 11:12:27.014
Интернет селтәрендә Башҡортостанға сиктәш булған өлкәләрҙән мал ауырыуҙары тураһында борсоулы хәбәрҙәр барлыҡҡа килә. Төбәктәрҙә эре мөгөҙлө малдың бешмә(ящур) ауырыуы булыуы ихтимал. Диагноз раҫланған осраҡта малдарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын, шул иҫәптән ит һәм һөттө күсереүгә сикләүҙәр индерелә, шулай уҡ төбәктән ситкә сығарыуға ваҡытлыса тыйыу индерелә. Бешмә - кеше өсөн хәүефле, эре һәм ваҡ малдарҙың юғары йоғошло вируслы ауырыуы. Ауыҙ лайлаларында, тирелә, эрендәрҙә һәм тояҡ араһы ярыҡтарында биҙгәк һәм язвалар тыуҙыра. Ауырыу тыуҙырыусы вирус үҙгәреүсәнлеге менән айырылып тора. Кешегә сей һөт, пастеризацияланмаған һөт ризыҡтары, ит ашағанда, шулай уҡ ауырыу хайуандар йәки зарарланған әйберҙәр менән туранан-тура бәйләнештә булғанда йоҡтороу мөмкин. Ни өсөн вирус таралыуы ихтимал: 1. хайуандарҙың имен булмаған территорияларҙан миграцияһы; 2. зарарланған объекттар, транспорт һәм кешеләр менән бәйләнеш; 3. хайуандарҙы күсергәндә ветеринар талаптарҙы боҙоу; 4. миҙгелле факторҙар һәм биологик ташыусыларҙың әүҙемләшеүе. Шуға күрә ветеринария хеҙмәттәре ауыл хужалығы төбәктәрендә вакцинацияны һәм хәрәкәтте контролдә тотоуҙы көсәйтә. Нимә ул реаль хәүеф һәм эҙемтәләр? Инфекцияның етдилеге түбәндәгесә: иҡтисади юғалтыуҙар - малдарҙы юҡ итеү һәм продукцияны һатыуға сикләүҙәр; сауҙаға сикләүҙәр - насар статустағы төбәктәрҙән мал күсереү тыйыла; социаль көсөргәнеш - хужалыҡтарҙы емереү, хайуандарҙы тулыһынса утилләштереү кәрәклеге. Шуға күрә башҡа өлкәләрҙән мал һатып алыу, һатыу тәҡдим ителмәй. Әгәр ҙә бик кәрәк булһа, ветврач менән кәңәш итергә һәм малдың һаулығы тураһында справкалар алыу мотлаҡ.

