Администрация СП Абишевский сельсовет Хайбуллинского района
Новости · 10 июля 2026 г.
Хөрмәтле ауылдаштар, быйыл ППМИ 2026 буйынса беҙ һеҙҙең менән Оло Әбеш ауылында урамды... — 10 июля 2026 г. в 04:30:37.983
Хөрмәтле ауылдаштар, быйыл ППМИ 2026 буйынса беҙ һеҙҙең менән Оло Әбеш ауылында урамды яҡтыртыу приборҙарын ремонтлау проекты өсөн тауыш биргәйнек. Проектың смета буйынса хаҡы 1140000 һум 22% ндс менән. Халыҡтан 84 мең, спонсорҙар 84 мең түләргә тейеш , сельсовет 134 мең, ҡалғанын республика бирә. Беҙҙең спонсор булырлыҡ эшҡыуарҙарыбыҙ юҡ, шуға күрә барыһында үҙебеҙгә йыйырға тура киләсәк. Һеҙ һайлап ҡуйған инициатив төркөм исемлек төҙөп аҡса йыйыу эшен башланы. Парлы ғаиләләр 1500, яңғыҙҙар 1000 һум тип йыйылышта тауыш биреп хәл ителгәйне. Ҡырҙа йәшәгән яҡташтарҙа ярҙам итә ала Күскильдина Альфира Гиниятовна исеменә 89871383595 номерына ППМИ2026 тип яҙып күсереп була. Нимәләр эшләнә - өҫтәп 10 бағана ултыртыла, 60 светельник алыштырыла, 500 м сип кабел һуҙыла, 15 кронштейн ҡуйыла һ.б. йәғни урамдарҙы яҡшыраҡ яҡтыртыу, хәүефһеҙерәк итеү өсөн эшләнелә был эштәр. Рәхмәт.

