Бөгөн - Халыҡ-ара ғаилә көнө❤️ Ғаилә институтына, ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар һәм ихт... — 15 мая 2026 г. в 15:37:25.754
Бөгөн - Халыҡ-ара ғаилә көнө❤️ Ғаилә институтына, ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар һәм ихтирам билдәһе был. Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтендә килгән Башҡортостан өсөн был тема социаль ғына түгел, ә стратегик, төбәктең демографик һәм иҡтисади хәүефһеҙлеген тәшкил иткән маҡсатлы йүнәлеш тә. Һуңғы мәғлүмттәр буйынса бөгөн республикала ✅ 1 миллиондан ашыу ғаилә иҫәпләнә ✅уларҙың 470 меңдән ашыуы бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләй ✅ 2026 йыл башына балалар һәм үҫмерҙәр һаны 879,4 мең кеше тәшкил иткән. Был төбәк халҡының 21,8 проценты ✅ күп балалы 74 меңдән ашыу ғаилә теркәлгән

