ӘСӘЙ — 5 июня 2026 г. в 15:26:09.815
ӘСӘЙ «Әсәй!» — тип телем асылған, «Әсәй!» — тип юлға сығылған, «Әсәй!» — тип бәхет табылған, «Әсәй!» — тип урап ҡайтылған. «Әсәй!» — тип төндә уянам, «Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам, «Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа, Ҡайтырмын бер, тип йыуанам… Мине саҡырһа ла далам, Юлдарға кәртә ҡоролған. Тыуған яҡты һағыныуҙарым «Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған... Ҡ.Аралбай Юлай Кәримов фотоһы Беҙҙе МАХ, ВКһәм ОК- ла уҡып була

