💦 Иртәгә, 27 май, һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе көтөлә. Был һалҡын төньяҡ циклон атмос... — 26 мая 2026 г. в 16:53:23.035
💦 Иртәгә, 27 май, һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе көтөлә. Был һалҡын төньяҡ циклон атмосфера фронты үтеп инеүе менән бәйле. ☔Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, иртәгә һауа температураһы +18...+23 градусҡа тиклем түбәнәйә, тик төньяҡ-көнсығыш тарафта ғына +28 градус һаҡлана. Күп райондарҙа ямғыр яуа, урыны менән күк күкрәй, ел көсәйеүсән, секундына 15-20 метр тиҙлеккә етеүе бар, борсаҡ та яуыуы ихтимал. 🌦️ Артабан республикала һауа температураһы норманан түбәнерәк ҡала. Ваҡыты-ваҡыты менән ямғыр яуып ала. Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

