Администрация СП Юмашевский сельсовет МР Баймакский район
Политика · 3 июня 2026 г.
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтар! — 3 июня 2026 г. в 07:53:57.596
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтар! Баймаҡ районы хакимиәте, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте Һеҙҙе 6 июндә "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған "Хәмит сәсән йыйыны-2026" сараһына саҡыра. Унда эпосты яттан һөйләү буйынса Урал аръяғы төбәгенең йәш сәсәндәренең конкурсы үтә, төрлө ярыштар ойошторола, атаҡлы сәсәндәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса һүҙ алып барыласаҡ. Сара сәғәт 11-ҙә Хәмит сәсән утарында башлана. (Икенсе Этҡол ауылы янында) Рәхим итегеҙ!

