Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы! — 9 мая 2026 г. в 05:40:12.967
Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы! Һеҙҙе 9 май - Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Йылдар үтһә лә, илебеҙҙе азат иткән совет һалдатының батырлығы онотолмай, халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы бөйөк ҡаһарманлығы мәңге йөрәктә. Бөгөн беҙ ощо Еңеүҙе: фронттамы, тылда булһынмы яҡынайтҡан һәр кем алдында баш эйәбеҙ. Ә яу яланынан ҡайта алмағандарҙы әрнеү менән иҫкә алабыҙ. 9 май һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгендә ғорурлыҡ уятҡан, бөгөнгө тормошобоҙҙоң күпме ҡорбандар аша килгәнен һәр ваҡыт хәтерләтеп торған, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәткән байрам. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, имен тормоштар, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер - хөрмәтендә оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр йортта именлек, муллыҡ, бәхет тантана итһен! 

