Быйылғы йылдың 23-сө октябрендә Мырҙаш ауылында Ҡаһым-Түрә музейын төҙөп һәм ойоштороп ...
Быйылғы йылдың 23-сө октябрендә Мырҙаш ауылында Ҡаһым-Түрә музейын төҙөп һәм ойоштороп бөтөрөү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтай депутаты, «Атайсал» республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса фәнни-ғилми үҙәге етәксеһе, яҡташыбыҙ Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы; башҡорт ырыуҙары Ҡоролтайы башы яҡташыбыҙ Аҙнаев Вилмир Хәйбрахман улы; Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Тайғонова Әлфиә Риф ҡыҙы; райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Кәримова Юлия Николаевна; Айыусы ауыл биләмәһе етәксеһе Насыров Азамат Миҙхәт улы; Ҡаһым-Түрә музейы етәксеһе Насырова Айгизә Алмаз ҡыҙы һәм тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса фәнни-ғилми үҙәге белгестәре Николай Николай улы һәм Тимур Сәғитов ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2006 йылда Айыусы ауылында Ҡаһым-Түрәгә бағышланған һәйкәлде ҡуйыуҙың ваҡытлы һәм дөрөҫ булыуын билдәләп үттеләр. Шул уҡ ваҡытта Мырҙаш ауылында һуңғы биш йыл эсендә Ҡаһым түрә музейына тәғәйенләнгән ике ҡатлы бинаны төҙөкләндереүҙә һәм финанслауҙа күп көс һалғаны өсөн Стәрлетамаҡ районы администрацияһына рәхмәт белдерҙеләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар хәҙерге замандағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, музейҙа төҙөкләндереү эштәрен тамамларға һәм уны тейешле кимәлдә ойоштороуҙы яҡын арала тамамларға кәрәк, тигән фекергә килделәр. Уның өсөн киләсәктә был эштәрҙе башҡарыуға финанслау сығанаҡтарын табыуҙы Стәрлетамаҡ районы хакимиәте үҙ өҫтөнә алды. Музейҙың ҡалған өлөшөн проектлау, ойоштороу һәм биҙәү эштәрен республиканың тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса фәнни-ғилми үҙәге үҙ өҫтөнә алды. Шулай уҡ музей бинаһын йылытыу өсөн модулле газ ҡаҙанын ҡулланыу тәҡдим ителде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Айыусы ауыл биләмәһе етәксеһе Насыров Азамат Миҙхәт улының 2027 йылда Мырҙаш ауылында II Бөтә донъя һуғышында һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнашҡан яугирҙарға бағышланған һәйкәл ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен хупланылар. Был мәсьәлә буйынса район администрацияһы менән алып барылған эштәр хупланды. Ауыл халҡын да был эштә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙылар. Кәңәшмә аҙағында ҡатнашыусылар Азамат Миҙхәт улына 2027 йылда Ҡаһым-Түрә мәсетен төҙөп бөтөрөүен ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. #Стерлитамакскийрайон #АдминистрацияСтерлитамакскийрайон