21 октябрҙә Өфөгә, «Торатау» Конгресс-холына «Шаян уйын — 2026» халыҡ-ара фестиваленә и...
21 октябрҙә Өфөгә, «Торатау» Конгресс-холына «Шаян уйын — 2026» халыҡ-ара фестиваленә иң яҡшы командалар йыйылды. Проект «III Ижади кластер «Шаян-лига — 2026» сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Шаян уйын — 2026»ла беҙҙең «ТӘТЕШ» командаһы ҡатнашып, 2-се урын яуланы. Етәксеһе - Әүхәҙиева Альбина Һиммәт ҡыҙы. Ә инде иң яҡшы ир-егет роленә Исламов Искәндәр лайыҡ булды. «ТӘТЕШ» командаһын ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.