Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы!
Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы! Һеҙҙе дәүләт байрамы - Республика көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бәйләй. Ә беҙҙә йәшәгән халыҡ үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән республикабыҙҙың сәскә атыуына һәм үҫешенә тос өлөш индерә. Шуға ла беҙ йәшәгән төбәк үҫә, тик яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Республикабыҙға иҡтисади үрҙәр һәм тотороҡлолоҡ, уның халҡына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ышаныс, яҡты киләсәк, тыныс һәм аяҙ күк йөҙө теләйем. Башҡортостаныбыҙҙың һәм Бөйөк Рәсәйебеҙ хаҡына эшләгән эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!