«Ауырып китһәм — сәхнәгә һине сығарырмын»: Өфө таксисы Сергей Жуковҡа оҡшашлығы арҡаһын... — 5 августа 2026 г. в 09:39:37.949
«Ауырып китһәм — сәхнәгә һине сығарырмын»: Өфө таксисы Сергей Жуковҡа оҡшашлығы арҡаһында йондоҙға әйләнде😁 🌺Өфөнән 43 йәшлек ябай таксист Булат Биғаев үҙенең машинаһынан ҡыҫҡа видеолар төшөрә башлағас, көтмәгәндә танылыу яуланы. Уның яҙылыусылары шунда уҡ: «Һин бит Жуковтың үҙе!» — тип яҙа башланы,ә популярлығы көндән-көн арта бара😁. 📣«Мин оҙаҡ ваҡыт блог төшөрөргә ҡыйманым. Кемгә был кәрәк, тип уйланым. Ә һуңынан аңланым — иң мөһиме үҙең булып ҡалыу һәм күңелеңә ятҡан эште башҡарыу», — ти Булат үҙе. ⚡️Уның «игеҙәге» тураһында «Руки Вверх!» төркөмө солисы Сергей Жуков үҙе лә тиҙ арала белеп ҡала һәм Булатты үҙенең концертына саҡыра: «Булат, кил! Кәрәк булһа — сәхнәгә һине сығарырмын», — тип шаяртып әйткән ти артист. Булат барып ҡайта," һөйләштек, фотоға төштөк, хатта бергә йырланыҡ. Ә концерттан һуң мине кешеләр уратып алды: фотоға төшөргә һоранылар, ҡотланылар, барыһына ла күңелле булды,ти ул. 🦋Хәҙер Булаттың 40 меңгә яҡын яҙылыусыһы бар, уны «Руки Вверх! Бар»-ға эшкә саҡыралар, төрлө проекттар һәм концерттар тәҡдим итәләр. Ләкин уның өсөн үҙ юлы менән барыу мөһим. 📣«Мине игеҙәк булараҡ сығыш яһарға саҡыралар, әммә мин үҙем булып ҡалырға, үҙемсә генә йырларға теләйем», — ти Булат Ufa1 баҫмаһына биргән интервьюһында. Хәҙер ул үҙенең йырын яҙа һәм сәхнәгә күсермә булараҡ түгел, ә үҙ тарихы булған артист булараҡ сығырға хыяллана. 📣«Минең өсөн иң мөһиме — кеше булып ҡалыу», — ти ул.

