Башҡортостанда «Педагогик эшмәкәрлек өсөн» миҙалы булдырыла — 21 августа 2026 г. в 13:40:01.965
Башҡортостанда «Педагогик эшмәкәрлек өсөн» миҙалы булдырыла 21 августа Ишембайҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең пленар ултырышында Радий Хәбиров бөгөн педагогик һөнәрҙең абруйын күтәреү буйынса төбәк саралары, шул иҫәптән педагогтар өсөн яңы дәүләт наградаһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуясағын белдерҙе. Был «Педагогик эшмәкәрлек өсөн» миҙалы буласаҡ. «Указда уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, уҡытыусыларыбыҙға ярҙам итеү буйынса саралар аныҡ билдәләнәсәк. Былар ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш. Ошо эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл июль айында Президент указы менән беҙҙең илдә уҡытыусылар айырым статус алды», – тине республика етәксеһе.

