Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе — 27 августа 2026 г. в 12:14:45.550
Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе Республикала террористик һөжүм осраҡтарының йыш теркәлеүенә бәйле Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә производство һәм инфраструктура объекттарының хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләһе тикшерелде. Республика етәксеһе актив һәм пассив һаҡлауҙың күп кимәлле системаһын төҙөү буйынса эште дауам итергә саҡырҙы. Шулай уҡ ултырышта ведомство-ара хеҙмәттәшлек һәм теракттарҙы иҫкәртеү алгоритмын камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Бөгөн БПЛА-лар Ozon маркетплейсының логистика үҙәгенә һөжүм итте.

