Башҡорт боксеры Вилдан Минасов Гран-при RCC чемпионы титулын яуланы — 2 сентября 2026 г. в 12:15:54.337
Башҡорт боксеры Вилдан Минасов Гран-при RCC чемпионы титулын яуланы Абруйлы боксерҙар турниры «Рус баҡыр компанияһы» тарафынан үткәрелгән. Екатеринбургта ил кимәлендә «Рус баҡыр компанияһы» призына профессиональ бокс ярышының финалы үтте. Төп алышта башҡорт боксеры Вилдан Минасов Владикавказдан Тигран Согоян менән осрашты. 10 раундтан торған алышта еңеү өсөн ике абруйлы титул вәғәҙә ителде: турнир еңеүсеһе исеме һәм Бөтә донъя бокс ассоциацияһының алтын билбауы. 29 йәшлек Вилдан Минасов финалға тиклем Үзбәкстандың ике боксерын нокаутҡа ебәрҙе. Минасовтың сағыу еңеүҙәренән һуң Рәсәйҙең күп бокс белгестәре уны «башҡорт һәм мейәс мексиканы» тип атаны. Вилдан сығышы менән Учалы районының Ҡорама ауылынан булһа, бөгөн Мейәс ҡалаһында йәшәй һәм «Олимп» бокс залында шөғөлләнә. Алыш бөтә ун раунд дауам итте, һөҙөмтәлә судьялар бер тауыштан Минасовты еңеүсе тип иғлан итте. Был еңеү башҡорт боксерына WBA (Бөтә донъя бокс ассоциацияһы) рейтингының тәүге 15 боксеры иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе.

