Стәрлетамаҡта 4-6 сентябрҙә үтәсәк «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә йәнә ғаилә м... — 6 сентября 2026 г. в 06:29:02.379
Стәрлетамаҡта 4-6 сентябрҙә үтәсәк «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә йәнә ғаилә майҙансығы эшләй. Ул элекке «Салауат» кинотеатры бинаһы артында урынлашҡан. Бында балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә күңел асыуҙар ойошторолған. Ҡунаҡтар өсөн һөнәрселәрҙән тауарҙар, аттракциондар, аквагрим һәм башҡалар әҙерләнгән. Бынан тыш, бында кинолог майҙансығы ла булдырылған, унда ҡунаҡтар эттәр менән таныша һәм уларҙы тәрбиәләү, өйрәтеү, кеше менән бергә эшләү тураһында мәғлүмәт ала ала. Фестивалгә килегеҙ, күрегеҙ, рәхәтләнеп ял итеп, күңел асып ҡайтығыҙ, дуҫтар!

