Бөгөн 3460-сы һайлау участкаһына "Торатау” балалар өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡ... — 19 сентября 2026 г. в 04:39:16.742
Бөгөн 3460-сы һайлау участкаһына "Торатау” балалар өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил ЛОҠМАНОВ үҙенең ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәре менән килде. Ғаилә киләсәк өсөн тауыш биреп кенә ҡалмай, участка мөхитенә айырым мәғәнә өҫтәне: Рәил Рәис улы комиссиянан башҡорт телендәге бюллетень һораны. Бындай аҙым — тыныс, әммә туған телгә һәм мәҙәниәткә булған оло хөрмәт билдәһе. Ә иң бәләкәй «һайлаусы» — ейәне Тимурға комиссия ағзалары туп бүләк итте. #Һайлау #РФДәүләтДумаһы #БашВыбор2026

