«Ҡояшлы» («Солнечный») сауҙа комплексындағы янғын һәр кем өсөн дә ҙур һынау булды. Секу... — 30 сентября 2026 г. в 13:34:05.207
«Ҡояшлы» («Солнечный») сауҙа комплексындағы янғын һәр кем өсөн дә ҙур һынау булды. Секундтар менән иҫәпләнгән шул ҡурҡыныс минуттарҙа Стәрлетамаҡтың ябай кешеләре юғалып ҡалманы, ҡасманы, ә ярҙамға ашыҡты. Уларҙың ҡыйыулығы һәм берҙәм эш итеүе әллә күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалды. Бөгөн тантаналы шарттарҙа хәүеф мәлендә үҙҙәре тураһында түгел, ә башҡаларҙы ҡотҡарыу хаҡында уйлағандарҙы бүләкләнеләр. Улар араһында — Фәнис Әсҡәт улы Вәхитов һәм Розалина Марат ҡыҙы Лотфуллина ла бар ине. Фәнис Әсҡәт улы ул көндө сауҙа үҙәгенә аҙыҡ-түлек алырға килгән. Бинанан сыҡҡас та, ул хәүефте һиҙеп ҡала: үҙәк инеү урынының һул яғындағы икенсе ҡат тәҙрәһенән бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡыйыҡҡа сыҡҡанын күрә. Икеләнмәйенсә, Фәнис уға төшөргә ярҙам итә. Тиҙҙән ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштар ишетелә — тағы ике ҡатын-ҡыҙҙың ҡотҡарылыуға мохтаж булыуы асыҡлана. Уларҙы баҫҡыс ярҙамында төшөрәләр. Ләкин Фәнис бының менән генә туҡталмай: бинаның икенсе яғында, өсөнсө ҡатта кешеләрҙең ярҙам һорағанын күрә. Шул мәлдә янында «Газель» машинаһында бер егет килеп сыға. Фәнис тиҙ генә машинаға баҫҡысты килтерә, уны өҫкә ташлай, егеттәр зыян күреүселәргә ярҙам итә алһын өсөн.Үҙе иһә «Газель» менән стена араһындағы тар аралыҡҡа инеп, юрған тота — кемдер һикерергә мәжбүр булһа, йығылыуҙы йомшартыу өсөн. Ир-егеттәр янында Розалина Марат ҡыҙы Лотфуллина ла була. Бинанан ашығыс ярҙамға мохтаж ҡыҙҙы сығарғас, Розалина Марат ҡыҙы унан бер аҙым да ситкә китмәй. Ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе, ул зыян күреүсе менән һөйләшә, уға аңын юғалтмаҫҡа ярҙам итә, йылы һүҙҙәр менән йыуата. Команда менән эш итеү, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороу — тап ошо сифаттар ябай кешеләрҙе ысын геройҙарға әйләндерҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ошондай кешеләрҙең фиҙакәрлеге арҡаһында ҡорбандар һанын кәметергә мөмкин булды.