ЗАГС-ҡа барыр алдынан буласаҡ ирле-ҡатынлы Камил менән Елизавета һайлау участкаһына килде. — 19 сентября 2026 г. в 09:07:10.430
ЗАГС-ҡа барыр алдынан буласаҡ ирле-ҡатынлы Камил менән Елизавета һайлау участкаһына килде. ЗАГС-ҡа юлланған йәш пар һайлауҙа ҡатнашырға булған. Бөгөн уларҙың тормошонда ике яуаплы аҙым – ғаилә ҡороу һәм илдең киләсәге өсөн тауыш биреү. Ә кәләш Елизавета өсөн был – ғүмерендәге тәүге һайлау. Ул үҙе һайлау комиссияһы урынлашҡан 26-сы мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, уҡыуын былтыр көмөш миҙалға тамамлаған. Комиссия ағзалары йәштәрҙе тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотланы, уларға иҫтәлекле бүләк – Стәрлетамаҡтың юбилейына арналған футболкалар тапшырҙы. #Һайлау #Стәрлетамаҡһайлауҙары #БашВыбор2026 #АлгаВсейсемьей2026