ҺУҒЫШ УРЛАҒАН БАЛАЛЫҠ ЙЫЛДАРЫ — 1 октября 2026 г. в 07:25:33.032
ҺУҒЫШ УРЛАҒАН БАЛАЛЫҠ ЙЫЛДАРЫ Мөхтәр Шакир улы Сәлимовтың бала сағы Стәрлетамаҡта, дөрөҫөрәге Левашовкала үтә. Ваҡытынан алда олоғайған һуғыш осоро балалары ауыр яу йылдарының бөтә михнәттәрен үҙҙәренең кескәй генә иңдәрендә күтәрә. Мөхтәр ҙә бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, әсәһенә ярҙам итә. Йылғанан тау үренә көйәнтәләп һыу ташый. Һыйлы көнөң һыйыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Әмәлгә ҡалғандай, күп балалы ғаиләнең күҙ терәп торған берҙән-бер һыйыры була. Тик һыйыр һөттө мул бирһен өсөн үҙен дә ашатырға, бесәнен әҙерләргә кәрәк. Малай әсәһе эшләгән спирт заводына барып һыйырға ашатыу өсөн барда ташый. Бәләкәй генә баҡсалары ла аслыҡтан ҡотҡара уларҙы. Юҡ ҡына нәмәнән дә аш әҙерләй белгән әсәһе сөгөлдөр япрағынан аш, яҙ етеү менән баҡсанан һирәкләп кенә тапҡан серек картуфтан ҡоймаҡ бешереп ашап көн итә улар. https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2026-10-01/u-ysh-urla-an-balaly-yyldary-4832212