«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды — 1 октября 2026 г. в 09:31:00.895
«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда табиптар һәм шәфҡәт туташтары, уларҙың эше һәм һөнәри ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм йәш белгестәр, табиптар династияһы, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре һәм профсоюз ойошмалары эшмәкәрлеге хаҡында яҙған журналистар, редакциялар, ТВ-каналдар һәм радио ҡатнашты. Айырым блок медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан МХО геройҙарына һәм фронтҡа ярҙам итеүгә арналды. «Иң яҡшы махсус репортаж» категорияһында БСТ каналының «Честно говоря» программаһы лидер тип танылды, уның авторы һәм алып барыусыһы – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. Тулыраҡ: https://goo.su/HmPB7yp