📲Башҡортостанда пациенттарға оператив ярҙам күрһәтеү өсөн MAX ҡушымтаһында медицина ча... — 2 октября 2026 г. в 09:47:22.024
📲Башҡортостанда пациенттарға оператив ярҙам күрһәтеү өсөн MAX ҡушымтаһында медицина чаттары эшләй башланы. Чаттарҙа: • Табипҡа яҙылыу проблемалары тураһында хәбәр итергә; • Көтөү ваҡытын аныҡларға; • Хеҙмәтләндереү сифатына ялыу яҙырға; • Ташламалы дарыуҙар тураһында мәғлүмәт алырға; • Ҡатмарлы хәлдәрҙе асыҡларға мөмкин. Иғтибар итегеҙ: чатта дауалау буйынса консультациялар үткәрмәйҙәр һәм диагноз ҡуймайҙар. 📋Чаттар көн һайын дүшәмбе-шәмбе көндәрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Түбәндәге сайтта үҙегеҙҙең округ буйынса медицина чатын табырға мөмкин: clck.ru/3TDhA7 Стәрлетамаҡ ҡала округы: clck.ru/3TAHaH Был мәғлүмәтте яҡындарығыҙға ла ебәрегеҙ.