Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне Мәскәүҙә башланған «Алтын көҙ» XXVIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостандың стендын ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һәм ауыл хужалығы министры Оксана Лут ҡараны. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселәргә төбәктең ауыл хужалығы тармағындағы ҡаҙаныштары, ҙур проекттар тураһында һөйләне. Башҡортостан күргәҙмәлә 144 квадрат метрлыҡ майҙанда малсылыҡ, үҫемлекселек, биотехнологиялар өлкәләрендәге ғилми-технологик проекттарын тәҡдим итә. Улар араһында — Башҡортостан дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙе һанлы фенотиплаштырыу өсөн эшләнгән программа-аппарат комплексы ла бар. Ул селекция эшен күпкә тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе башҡорт селекционерҙарының ғилми эшләнмәһен юғары баһаланы. Башҡортостан стендын шулай уҡ Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре килде.