2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар Киләһе йылда пенсия ике тапҡыр индексацияланасаҡ. 2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар. 1 февралдә түләүҙәр, 2026 йылдағы инфляция кимәленән сығып, 6,8 процентҡа арта, тип хәбәр итә «РИА Новости. 1 апрелдә Социаль фонд тарафынан 3,3 процентҡа индексацияланасаҡ. Дөйөм алғанда, 37,5 миллион рәсәйленең пенсияһы артасаҡ. 1 февралдән шулай уҡ башҡа 40-тан ашыу социаль түләүҙәр ҙә индексацияланасаҡ. Йәшәү минимумы күләме һәм уға бәйле бөтә пособиелар ҙа инфляция кимәленә ҡарата арттырыласаҡ.