Стәрлетамаҡта Ҡала блогеры проекты старт алды. Башҡортостандың көньяғындағы блогерҙарҙы...
Стәрлетамаҡта Ҡала блогеры проекты старт алды. Башҡортостандың көньяғындағы блогерҙарҙы берләштергән был берләшмә бына алтынсы йыл инде өр яңы форматта ҡалабыҙ тормошон яҡтыртып килә һәм йылдан йыл популярлаша бара. Уның ойоштороусылары Вера Ротова менән Дарья Горбатова проекттың тарихы, маҡсаты һәм уны уҙғарыу тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән таныштырҙы.Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Айнур Юнысов менән мәғлүмәт хеҙмәте бүлеге начальнигы Ольга Туриянова блогерҙарҙың мәғлүмәт яланында тотҡан ролен юғары баһаланы һәм уларҙың алдағы эшендә уңыштар теләне. Р.САФИНА. Фотолар ҡала хакимиәте сәхифәһенән алынды. https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2026-10-15/st-rletama-ta-ala-blogery-proekty-start-aldy-4844834