Бөгөн - Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө
Бөгөн - Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө 2008 йылдан халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән Ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Был байрамдың маҡсаты - ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибар йүнәлдереү, уларҙы ҡәҙерләү, яҡлау. Атап әйткәндә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тормошо ысын мәғәнәһендә үҙе бер батырлыҡ, матурлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө.