Дуҫлыҡ, фән һәм мәҙәниәт күперҙәре
Дуҫлыҡ, фән һәм мәҙәниәт күперҙәре Октябрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы, «Университет сменалары»күләмле федераль проектының рәсми майҙансығы булараҡ, йәнә ҙур ҡыҙыҡһыныу нөктәһенә әүерелде. Был мөһим һәм дәүләт тарафынан талап ителгән проект Беренселәрҙең хәрәкәте, РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм РФ Мәғариф министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның төп миссияһы - алыҫлыҡты юйыу һәм бөтә илдән, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙән уҡыусыларға хәҙерге рәсәй студенттарының нисек йәшәүен үҙ күҙҙәре менән күрергә уникаль мөмкинлек биреү. . Стәрлетамаҡ юғары уҡыу йортонда Луганск Халыҡ Республикаһынан балалар ҡунаҡ булды. Ойоштороусылар эшкә күңел биреп ҡарап уҡыусылар өсөн бай, ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған ун ике көнлөк программа әҙерләгән. Балаларҙы филиалдың ғилми тормошон тәрән сағылдырған юғары технологиялы лабораторияларға йөрөттөләр, алдынғы уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар менән таныштырҙылар, шулай уҡ фән донъяһына яңыса ҡарарға һәм киләсәк һөнәрен билдәләргә ярҙам иткән интерактив оҫталыҡ дәрестәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әммә юғары уҡыу йорто менән танышыу — ҙур программаның бер өлөшө генә. Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙың ҡабул итеүсе төбәктең колоритын һәм ҡунаҡсыллығын тойоуы хаҡында хәстәрлек күрҙе. Балаларҙың Стәрлетамаҡтың уңайлы урамдары буйлап йәйәү йөрөү, уның тарихы һәм архитектураһы менән танышыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының иң матур һәм әһәмиәтле урындары буйлап ҙур сәфәрҙәр планлаштырылды. Проект ысын байрам атмосфераһында старт алды. Сменаны асыу хис-тойғолар дауылдары менән иҫтә ҡалды: акт залы сәхнәһендә университеттың ижади коллективтары әҙерләгән сағыу тамаша башлана. Заманса йырҙар яңғырай, эстрада һәм халыҡ бейеүҙәре алмашына, ә тамаша залы һәр ваҡыт ихлас, көслө алҡыштарға күмелә. Музыканттың боронғо башҡорт тынлы музыка ҡоралы - ҡурай менән сығыш яһауы программаның үҙенсәлекле, изге мәле булды. Кеше тауышына ғәжәп яҡын булған үҙенсәлекле, йомшаҡ һәм йылы ҡурай тембры бөтәһен дә сикһеҙ башҡорт далаларына һәм һоро Урал тауҙары итәгенә күсергәндәй булды. Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Павел Николаевич Алешин мөрәжәғәт итте: "Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙҙең яҡшы кәйефегеҙгә шатмын, ҡунаҡсыл еребеҙгә рәхим итегеҙ. Беҙ һеҙгә бер нисә сюрприз әҙерләнек, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ. Сюрприздар, әлбиттә, күңелле: ижади мәлдәр ҙә, спорт мәлдәрен дә тормошҡа ашырасаҡ. Һәм, минеңсә, һеҙ барығыҙ ҙа был яҡшы кәйефте һаҡларһығыҙ. Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Павел Николаевич Алешин мөрәжәғәт итте: - Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, һеҙҙең яҡшы кәйефегеҙгә шатмын, ҡунаҡсыл еребеҙгә рәхим итегеҙ. Беҙ һеҙгә бер нисә сюрприз әҙерләнек, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс буласаҡ. Сюрприздар, әлбиттә, күңелле: ижади мәлдәр ҙә, спорт мәлдәрен дә тормошҡа ашырасаҡ. Һәм, минеңсә, һеҙ барығыҙ ҙа был яҡшы кәйефте һаҡларһығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Университет сменалары» — ул традицион йәйге лагерь һәм ябай танышыу экскурсияһы ғына түгел. Был тәрән, системалы федераль проект, ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың туранан-тура инициативаһы менән 2022 йылда уҡ башланған. Проект үҙенең ғәмәлдә булған йылдарында үҙенең иҫ киткес һөҙөмтәлелеген иҫбатлай, мәктәп белеме һәм юғары мәктәп араһында ышаныслы күпер булып тора. Ул үҫмерҙәргә бер нисә көнгә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары студенттары ролен үҙ өҫтөнә алырға мөмкинлек бирә. Римма ҒӘЛИМОВА. Артур Ҡорбанғәлиев фотолары.