«Өлгөлө йорт» ауыл конкурсы положениеһы — 15 июля 2026 г. в 12:18:34.131
«Өлгөлө йорт» ауыл конкурсы положениеһы Конкурстың маҡсаты: Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылы Советы хәкимиәтенә ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереү. Ойоштороусылары: Аллағыуат ауылынан сыҡҡан, төрлө ерҙә уңышлы эшләп килгән ауылдаштар, Стәрлебаш районы Аллағыуат ауыл хакимиәте, оргкомитет. Талаптары: - Йорттоң эске, тышҡы төҙөклөгө. - Зауыҡлы, матур, килешле биҙәлеүе. - Урам алдының матур, бөхтә булыуы. Һәр ауылдан бүләкләү –1,2,3 – се урындар билдәләү һәм дәртләндереү приздары ҡаралған. Гран-при алыусы йортҡа бүләккә БЕНЗИНОВЫЙ ТРИММЕР. Өйөнә «Өлгөлө йорт-2026» Гран-приһына лайыҡ булыуы тураһында табличкаһы эленәсәк. «Атай нигеҙен өлгөлө һаҡлаусы» номинацияһында ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ҡатнаша ала. Ул номинацияла ҡатнашыу – буш торған йәки туғаны йәшәгән йортто тәрбиәләүҙә тора. Был номинацияла еңеүсегә шулай уҡ БҮЛӘК ҡаралған. «Өлгөлө баҡсасы» ауыл конкурсы. Талаптары: - Төрлө ысулдар, статуеткалар менән биҙәлгән баҡса - Сәскәләрҙең төрҙәре - Баҡса, өй алдының матур, бөхтә булыуы. Һәр ауылдан бүләкләү – 1,2,3 – се урындар һәм дәртләндереү приздары ҡаралған. Гран-при алыусы баҡсасыға бүләккә АККУМУЛЯТОРНЫЙ ТРИММЕР. Конкурс үткәреү ваҡыты *15 июлдән - 30 июлгә* тиклем. 30 июль жюри ағҙалары: ауыл старосталары һәм оргкомитет йорттарҙы ҡарап сығасаҡ һәм «Өлгөлө йорт» һәм «Өлгөлө баҡсасы» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк». 1 август Аллағыуат ауылында үтәсәк «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында тантаналы шарттарҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү буласаҡ. Ул байрам көнөндә Өфөнән һәм райондан мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе, ситтә йәшәгән ауылдаштарҙың ҡайтыуы, балалар өсөн конкурстар, байрам концерты һәм башҡаһы буласаҡ. Хөрмәтле ауылдаштар! Ситтә йәшәһәк тә, ауылда торһаҡ та, беҙ Тыуған йортобоҙға ҡайтабыҙ һәм ҡайтасаҡбыҙ. Бергәләп ауылыбыҙҙы йәмләйек һәм матурлайыҡ! Ситтә ҡалмайыҡ!!!

