✔️ «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә яңынан бушлай уҡыу Башҡортостан халҡы өсөн яңы мө... — 18 февраля 2026 г. в 14:00:01.309
✔️ «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә яңынан бушлай уҡыу Башҡортостан халҡы өсөн яңы мөмкинлектәр аса. «Работа России» порталында 1000 белем биреү программаһы тәҡдим ителә. Уларҙың барыһы ла 2026 йылға талап ителгән 186 һөнәр исемлегенә тап килә, йәнә 213 һөнәр МХО ветерандары өсөн өҫтәлгән. Башҡортостандың Ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уҡытыу йүнәлештәренең ҡайһы берҙәрен миҫал өсөн билдәләне: web-программалаусы, нейроселтәрҙәрҙе ғәмәлләштереү буйынса белгес, 1С-эшләүсе, экскурсовод (гид), ҡулдан дуғалы иретеп йәбештереүсе, токарь, тегенсе, электромонтер, слесарь-ремонтсы, автомеханик, графика һәм ҡулланыусы интерфейстар дизайны буйынса белгес. МХО ветерандарына ИТ, бухгалтерия, транспорт, логистика, һаҡ, дөйөм туҡланыу, янғын хәүефһеҙлеге, спорт, банк хеҙмәттәре һәм һатып алыуҙар өлкәһендә һөнәрҙәр бирелә. Тап шулай, заман талаптарына тап килгән һөнәрҙәрҙе бушлай үҙләштерергә мөмкин. Исемлек кадрҙар ихтыяжын күҙаллауҙы һәм тармаҡ менән төбәк ведомстволары тәҡдимдәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Мөмкинлектәрҙе ысҡындырмағыҙ! Программала ҡатнашыу өсөн «Работа России» порталында ғариза бирергә һәм кадрҙар үҙәгендә һөнәри йүнәлеш үтергә кәрәк. Һөнәри йүнәлеш буйынса әңгәмәләшеү этабында дәғүәсегә буласаҡ эш биреүсеһен һайлап алырға мөмкин, ә күнегеүҙәр башланыр алдынан өс яҡлы килешеү төҙөлә. Программала кемдәр ҡатнаша ала: 3 йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар, эшһеҙҙәр, пенсия алды йәшендәгеләр, мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар, эштән бушатыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, 35 йәшкә тиклемге йәштәр һәм башҡалар. Тулы исемлек — «Работа России» порталында. ▶️«Кадрҙар» милли проекты тураһында күберәк белергәтеләһәгеҙ #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

