Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Башҡорт халҡының төп байрамы "Һабантуй" үтмәйенсә йәй башланмаған кеүек тойола. Эйе, тап шулай, Иҫке Яҡуп ауылы янында урынлашҡан Берекмә яланында яҙҙы оҙатып йәмле йәйҙе ҡаршы алдыҡ. Ҡойоп ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, байрам үҙ яйынса барҙы. Ҡунаҡтарҙы юлдыбайҙар "Һабантуй" бейеүе менән юғары кимәлдә ҡаршы алды. Тирмәләр ҙә бик матур итеп биҙәлде, һый-хөрмәт ҡуйылды. Килгән тамашасы өсөн "Һаҡмар" фольклор бейеү ансамбле һыу сәсрәтеп, дер һелкетеп бейеп төштө. Ҡолғаға менеү, ҡул көрәше, милли көрәш, ҡаҙан эсенән тәңкә эҙләү кеүек ярыштарҙа ла ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Район халҡын тәмле икмәктәре менән тьәмин итеүсе, ИП Насыровта хуш еҫле икмәк бешереүсе Елена Солтанова, Мәрзиә Ганеева, Вазифа Шариповаға йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов маҡтау ҡағыҙы һәм матур бүләктәр тапшырҙы. Әйткәндәй, байрам яланында "Беҙ бер йорттан" тип исемләнгән Йылайыр районы ауыл хакимиәттәре араһында үткән конкурста беҙҙең йыр-моң һөйөүсе халыҡ тарафынан ҡуйылған концертыбыҙ иң юғары баһа, Гран-при яуланы, почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуандыҡ. Милли көрәштә Григорий Бередников, Ришат Аккужин, Азат Әбсәләмов керәшен төп бүләге, һарыҡтарҙы елкәләренә һалып ҡайтты. Ямғырлы көн булһа ла күтәренке кәйеф менән таралыштыҡ. Юлдыбайым тип йән атып тырышҡан Ир-егеттәр ҡорона, "Ағинәйҙәр" ойошмаһына, "Һаҡмар" фольклор бейеү ансамблена, бейеүсе йәш ҡыҙҙарға, егеттәргә, аш-һыу йүнәткән ҡатын-ҡыҙҙарға, Урал аръяғы агроинженерия колледжы коллективына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Именлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Байрамдар килеп торһон, илебеҙ тыныс булһын.