Йыл һайын 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Дата 2019 йылдан Башҡор... — 10 декабря 2025 г. в 05:59:40.935
Йыл һайын 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Дата 2019 йылдан Башҡортостан башлығы указы менән билдәләнгән һәм XIX быуаттың бөйөк башҡорт шағиры-мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Бөгөн Ауырғазы районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә арналған кисә үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Үтәев Айнур Фәнис улы,Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғибаҙуллин Фоат Әхмәт улы , Түрһәгәҙе ауылы аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиев , район гәзите журналисы Рәүилә Бардыбаева ҡатнашты. Айнур Фәнис улы туған телдең әһәмиәте тураһында һөйләне, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе.Яуаптарын белгәндәргә, бәләкәй бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. Фоат Әхмәт улы башҡорт телен ҡәҙерләргә, һаҡларға, килер быуындарға изге аманат итеп тапшырырға саҡырҙы. Ҡәнзәфәр Ғәлиев өс төрлө музыка ҡоралында уйнап күрһәтте. Һәр көйҙө башҡарыр алдынан, уның тарихы менән таныштырып китте. Шишмәләр сылтырауы,ҡоштар тауышы , аттар сабыуы, бөркөттәр саңҡылдауын ишетергә мөмкин ине. Ул уҡыусыларҙы туған телде яратырға, тарихты онотмаҫҡа өндәне. Кисәне Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының уҡыусылары ла биҙәне.Улар башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне , матур йырҙар йырланы. Өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғайсин Ф.С.) моңло ҡурай моңдары бүләк итте. Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел. Туған телебеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булып, уны һәр ваҡыт иҫтә тотоп, һөйләшеп, уның сафлығы, матурлығы өсөн көс һалайыҡ, дуҫтар!

