2026 йылда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә әлеге ваҡытҡа 82 мең... — 16 июня 2026 г. в 14:20:36.644
2026 йылда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә әлеге ваҡытҡа 82 меңгә яҡын кеше ярҙам алған. Йыл башынан «сәләмәтлек поездары» составындағы мобиль медицина бригадалары 22 736 тикшереү үткәргән, 4 570 сир тәүгә, шул иҫәптән 101 осраҡта яман шеш шиге асыҡланған. Акция барышында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүе айырыуса мөһим. 🚑 2026 йылдың 15-21 июнендәге маршруттар: Әбйәлил, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән, Мәсетле, Илеш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Архангел, Шишмә райондарында. Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Табип белешмәләре – бушлай, ғәмәлдәге сират тәртибендә. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ОМС полисын алығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа. Сәләмәт булығыҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

