Бөгөн күңелемдә яҡты бер хис ҡалды. Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан мәктәптәрҙең...
Бөгөн күңелемдә яҡты бер хис ҡалды. Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан мәктәптәрҙең береһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осраштым. Был ябай һөйләшеү генә булманы, ә традицион һәм цифрлы донъя осрашҡан мәлгә әйләнде. Мин уларға яһалма интеллект уҡытыусының ҡурҡыныс дошманы түгел, ә тоғро арҡаҙашы, ярҙамсыһы икәнен күрһәттем. Уҡыусыларға диктант тикшергәндә, дәрескә план төҙөгәндә, ҡыҙыҡлы материалдар эҙләгәндә был «аҡыллы ярҙамсы» ауыр йөктө байтаҡҡа еңеләйтә ала. Уның менән бергәләп, уҡытыу процесын тағы ла мауыҡтырғыс, заманса һәм һөҙөмтәле итергә була. Уҡытыусыларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уянғанын күреү — үҙе бер бәхет. Уларҙың һорауҙары, уйланыуҙары, хатта шикләнеүҙәре лә урынлы. Сөнки һәр яңылыҡ, һәр үҙгәреш ҡаршылыҡһыҙ ғына ҡабул ителмәй. Ләкин мин уларҙың күңелендә яңы мөмкинлектәргә ишек асылғанын тойҙом. Улар яһалма интеллекттың текстарҙы анализлау, уҡыусыларҙың белем кимәлен тиҙ баһалау, һәр балаға индивидуаль ҡараш табыу кеүек мөғжизәләрен аңланы. Һәм, әлбиттә, был осрашыу ике яҡлы булды. Мин уларҙы илһамландырырға тырышһам, уларҙың үҙ эштәренә булған эскерһеҙ һөйөүе, балаларға ҡарата йылы мөнәсәбәте, үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булыуы менән мин үҙем дә ҙур илһам алып ҡайттым. Был көн минең күңелдә яңы идеялар, яңы пландар уятты. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда. Тимәк, телебеҙҙең һәм мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.