Башҡортса һүҙ уйыны
Башҡортса һүҙ уйыны Хәйерле иртә, дуҫтар! Яңы эш аҙнаһы уңышлы үтһен! ☕✨ Электрон журналдар тултырылған, тимәк, бер аҙ тынысланырға ла була. Аҙна башына АйнаТекст проекты һеҙҙең һәм уҡыусыларығыҙ өсөн яңы интерактив бүләк әҙерләне! Беҙ «Башҡортса һүҙ уйыны» исемле бушлай онлайн-тренажер эшләп сығарҙыҡ. Уны дәрестәрҙә лә, кластан тыш сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин. 🎴 Нимә ул? Был — лингвистик пасьянс. Экранда башҡортса һүҙ сыға, ә уйынсы уны аҫтағы 4 категорияның береһенә теркәй. Механикаһы үтә ябай, мауыҡтырғыс һәм смартфондарҙа йәки интерактив таҡтала уйнатыу өсөн бик уңайлы. 🎯 Уҡытыусы өсөн ниңә файҙалы: 🧠 Мул ғына база: 500-ҙән ашыу һүҙ һәм 90-ға яҡын тема («Ғаилә»нән алып «Башҡорт ырыуҙары» һәм «Башҡортостан райондары»на тиклем). 🕒 Биш минутлыҡ уйын: дәрес башында телде асыу (разминка) йәки аҙағында теманы нығытыу өсөн шәп тренажер. 🔒 Артыҡ мәшәҡәтһеҙ: күсереп алырға ла, теркәлергә лә кәрәкмәй, реклама ла юҡ. Мауыҡтырғыс уйындан башҡа бер нәмә лә юҡ. Дәрестәрҙә ҡулланығыҙ, ата-әсәләр чатына ебәрегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә уйнап ҡарағыҙ! Һәр кимәл аҙағында дәртләндереүсе «Афарин!» 🎉 көтә. 👉 Һылтанма аша күсегеҙ һәи шунда уҡ уйнарға була #башҡорттеле #мәғариф #уйын #aynatext Доброе утро, друзья! С началом новой рабочей недели! ☕✨ Электронные дневники заполнены, а это значит, можно на минуту выдохнуть. Специально к началу недели проект АйнаТекст приготовил для вас и ваших учеников полезный интерактивный сюрприз. Мы запустили «Башҡортса һүҙ уйыны » — бесплатную онлайн-игру для уроков башкирского языка и внеурочки. 🎴 Что это такое? Это лингвистический пасьянс. На экране появляется слово на башкирском, а задача игрока — правильно отправить его в одну из 4 категорий. Механика очень простая, азартная и отлично подходит для смартфонов или интерактивной доски. 🎯 Почему это удобно для учителя: 🧠 Богатая база: 500+ слов и ~90 тем (от «Семьи» до «Башкирских племен» һәм «Районов Башкортостана»). 🕒 Готовая пятиминутка: идеальный игровой тренажер для разминки в начале урока или закрепления материала в конце. 🔒 Никаких хлопот: без скачиваний, без регистраций и без рекламы. Только игра и ничего лишнего. Включайте на уроках, отправляйте в родительские чаты и играйте сами! В конце каждого уровня учеников ждет приятное «Афарин!» 🎉👉 Играть прямо в браузере: ссылка #башкирскийязык #башҡорттеле #образование #aynatext