⭐Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре сираттағы 66-сы масксетканы үреп әҙерләнеләр. — 11 июня 2026 г. в 09:10:40.715
⭐Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре сираттағы 66-сы масксетканы үреп әҙерләнеләр. “Матди ярҙам итеүсе ауылдаштарға, яҡташтарға һәм сетка үреүсе ағинәйҙәргә Мәхтимә Ишмулла ҡыҙына,Лилиә Ирмөхәмәт ҡыҙына, Миңзәлә Әғзәм ҡыҙына, Алмабикә Хәсән ҡыҙына, Рәсимә Ғибәт ҡыҙына, Миңнур Исмәғил ҡыҙына һәм ауылдашыбыҙ Ләлә Әкрәм ҡыҙына ҙур- ҙур рәхмәт! Һау-сәләмәт булығыҙ! Беҙҙең изге теләктәр теләп үргән масксеткаларыбыҙ яугирҙәребеҙҙе һаҡлап, ҡалҡан булып торһон. Гел шулай Бергә-Берҙәм булайыҡ! Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ килһен Аллаһ бирһә!” – тип яҙа Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәр һәм ирекмәндәр етәксеһе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы. Жительницы села Верхнеяикбаево – активные волонтеры и члены клуба “Ағинәйҙәр” сплели очередную 66-ю маскировочную сеть. #СВОихНеБросаем

