✨Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 8 июнь “Урал батыр эпосы көнө” тип б... — 8 июня 2026 г. в 12:31:39.944
✨Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 8 июнь “Урал батыр эпосы көнө” тип билдәләнде. «Урал батыр" эпосы 4576 шиғри һәм 19 проза юлдарынан торған, меңәр йылдар дауамында формалашҡан әҙәби мираҫ. 6 июндә Баймаҡ районы хакимиәте, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Хәмит сәсән вариҫтары тарафынан Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында "Урал батыр" эпосы көнөнә арналған "Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала" исемле ҙур сара үтте. 1910 йылда эпосты Мөхәмәтша Буранғолов тап Баймаҡ ерендә, күренекле сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан ишетеп яҙып ала. Шуға күрә баймаҡтар өсөн был эпос үтә лә ҡәҙерле һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса Өфө, Баймаҡ, Сибай, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Бөрйән, Йылайыр һәм Әбйәлил райондарынан ҡатнашыусылар йыйылды. Еңеүселәр Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Хәмит сәсән вариҫтары һәм Ҡолсора ауыл биләмәһе әҙерләгән приздар менән бүләкләнде. “Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” сараһын һәм конкурсты уға тамаша ҡылған һәр кем юғары баһаланы, артабан уны республика кимәлендә үткәрергә тәҡдим итте.

