✨Таулыҡай ауылының "Уңғандар" төркөмө Себер яҡтарынан ялға ҡайткан Хәбир һәм Альбина Һи... — 8 июля 2026 г. в 10:41:52.515
✨Таулыҡай ауылының "Уңғандар" төркөмө Себер яҡтарынан ялға ҡайткан Хәбир һәм Альбина Һибәтуллиндар һәм Байегетова Фәнүзә Әхмәт ҡыҙы тапшырған ҡорбан итенән вакуумлы пакеттарға яугирҙәребеҙ яратып ашаған былау, быҡтырылған ит бешереп һалғандар. Уларға ҡушып ебәрер өсөн төркөм ҡыҙҙары үҙҙәре әҙерләгән ҡайнатмаларҙы алып килгән. Афарин! "Уңғандар" төркөмөнөң тыуған яҡ йылыһын ҡушып әҙерләгән күстәнәстәре яугирҙәргә имен барып етһен, уларға көс һәм дәрт өҫтәһен. ✨Волонтерская группа «Уңғандар» из деревни Тавлыкаево приготовила плов и тушеное мясо в вакуумных пакетах, которые пользуются большим спросом среди наших бойцов.

