💐Түбәнге Иҙрис ауылы мәҙәниәт йортонда Ҡолсора ауыл биләмәһенең татыу һәм өлгөлө ғаилә... — 6 июля 2026 г. в 12:20:00.833
💐Түбәнге Иҙрис ауылы мәҙәниәт йортонда Ҡолсора ауыл биләмәһенең татыу һәм өлгөлө ғаиләләренең бергә ғүмер итеүҙәренә 50 һәм 60 йыл тулыуы менән тәбрикләү сараһы булып үтте. Был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. 50 йыл бергә йәшәгән Рәсих Харис улы һәм Хәлиҙә Мәүлетдин ҡыҙы Мостафиндар ғаиләһе, шулай уҡ Флүрә Париж ҡыҙы һәм Мирхәт Абдулла улы Аллаяровтар ғаиләһе Алтын туйҙарын билдәләне. Ә Садиҡ Иҙрис улы һәм Рәмзиә Сәлмән ҡыҙы Ишмырҙиндар 60 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен билдәләй. Ғаилә бәхете - ул көндәлек хеҙмәт һәм бер – береңде ихтирам итеүҙән тора. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, тағы ла күп йылдар яҡындарығыҙҙың хәстәрлегенә һәм һөйөүөнә төрөнөп бәхетле бергә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр яңы көн һеҙгә шатлыҡ һәм именлек килтерһен, ә ғаиләләрегеҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө булып торһон! 💐В селе Нижнеидрисово состоялось торжественное чествование семейных пар Кульчуровского сельского поселения, которые отметили свои золотые и бриллиантовые юбилеи совместной жизни. Это событие было посвящено Году большой и дружной семьи в Республике Башкортостан. Золотую свадьбу (50 лет вместе) празднуют Мустафины: Расих Харисович и Халида Мавлетдиновна, а также Аллаяровы: Флюра Парижовна и Мирхат Абдуллович. Бриллиантовую свадьбу (60 лет совместной жизни) отмечают Садык Идрисович и Рамзия Сальмановна Ишмурзины. От всей души желаем вам крепкого здоровья и много-много лет счастливой совместной жизни, наполненной теплом, заботой и любовью ваших близких!

