👏Темәс ауыл биләмәһенең Әмин ауылы "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсына ярашлы... — 18 августа 2026 г. в 10:01:36.034
👏Темәс ауыл биләмәһенең Әмин ауылы "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" конкурсына ярашлы маҡсатлы эш алып бара. Иртәнән кискә тиклем станок, бысҡы, иретеп йәбештереү аппараты һәм башҡа инструменттарҙың тауышы тынмай ауылда. Барыһы ла эш менән мәшғүл. Ауыл көндән-көн яңы төҫ ала, һәр кем үҙ йорт-ихатаһын төҙөкләндерә, ауыл халҡы урындағы зыяратты ла заманса материалдар менән кәртәләп алды. Афарин, әминдәр! 👏Деревня Аминево Темясовского сельсовета участвует в конкурсе «Самое благоустроенное село Баймакского района»! С утра до вечера жители трудятся не покладая рук: с каждым днём село обретает новый облик. Сельчане благоустраивают свои дома и усадьбы, а также не забывают о местном кладбище — теперь оно ограждено новым забором и приведено в порядок. Это настоящая сплочённая работа, которая достойна восхищения!

