🏡Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" конкурсында быйыл Беренсе Этҡол... — 18 августа 2026 г. в 04:13:14.890
🏡Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл" конкурсында быйыл Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенән Ғәҙелбай ауылы ҡатнаша. Бында ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләр үтә, төрлө мәҙәни саралар ойошторола. Ауылдың эшсән, сәмсел халҡы күпләп мал көтөп йәшәй. Ғәҙелбайҙар конкурсҡа дәррәү ҡушылып, йорт тирәһен матурлауға күп көс һалды: ҡыйыҡ алыштырып, ҡапҡа һәм баҡса ҡоймаларын яңыртты. Афарин, ғәҙелбайҙар! 🏡Деревня Гадельбаево 1 Иткуловского сельского поселения участвует в этом году в конкурсе "Здоровое село", который объявил Курултай башкир Баймакского района. Здесь регулярно проходят субботники по благоустройству села и проводятся культурно-массовые мероприятия.

