Перейти к содержимому
Максиметер

Буранбай ауылының 1024-се һайлау участкаһында ысын халыҡ байрамы гөрләне!

Буранбай ауылының 1024-се һайлау участкаһында ысын халыҡ байрамы гөрләне! Ауылдың ҡото, йәме булған хөрмәтле ағинәйҙәр «Гәүһәркәй» фольклор ансамбле ағзалары һайлауға иҫ киткес күркәм милли кейемдәрҙә ап-аҡ күлдәктәр кейеп, сағыу француз яулыҡтарын ябынып килделәр! Һайлау комиссияһы алдына аяҡ баҫыу менән: «Бына һайлауҙар башланды, Һайлауҙарға барайыҡ»-тип дәртле таҡмаҡтарын һуҙып, участкаға йәм, моң һәм ҡабатланмаҫ күтәренке кәйеф өҫтәнеләр! Ағинәйҙәр ошо ихласлығы, йәшлек дәрте, тыуған төйәгебеҙгә булған мөхәббәте һәр кемде һоҡландырҙы һәм күңелдәрҙе күтәрҙе. Тауыш биреү бүлмәһе бер миҙгелгә милли сәхнәгә әйләнде тиерһең! Хөрмәтле ағинәйҙәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, һүнмәҫ дәрт теләйбеҙ! Халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап, ошондай рухлы булып йәшәгәнегеҙ өсөн мең РӘХМӘТ! Гузель Аминева

171 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

462 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.