💔❤️ Бәхетем янында йөрөгән икән... — 10 июня 2026 г. в 17:19:00.765
💔❤️ Бәхетем янында йөрөгән икән... Эргәһендә өҙөлөп торған ире булыуға ҡарамаҫтан, күпме ғүмерем заяға уҙҙы, тип йыш уйлана ине һуңғы ваҡытта Йәмилә. Бергә йәшәүҙәренә етенсе йыл китһә лә, бала тураһында ныҡ хыялланһа ла, ниңәлер ауырға ҡала алмай ҡатын. Һәр яҡлап тикшерелеп тә бөттөләр, икеһе лә сәләмәт. Һуңғы барғандарында табип, сәбәп, бәлки, һеҙҙең тап килмәүҙәлер, тигәйне. Дөрөҫлөк тә барҙыр: Йәмилә яратмайынса ғына әлеге иренә тормошҡа сыҡты бит, күңеле бер ҙә генә ятманы уға. Ә уныһы үҙенә һалҡын мөнәсәбәтте тоймағандай, икеһе өсөн тырыша кеүек: шул тиклем иғтибарлы, ҡатыны эргәһендә ни алып ни бирергә белмәй өйөрөлә. Йәмиләнең дорфалығы һис һыуындырмай ирҙе. "Эшең былай ҙа ауыр, ял ит" тип кенә тора. Артыҡ хәстәрлеклелеге менән дә теңкәгә тейер икән кеше!.. Ошо йылдар эсендә Йәмилә үҙенең тәүге мөхәббәтен онота алмай, уны тағы бер күрергә, һөйләшергә ине тигән уй-хыял менән йәшәне. Әмир менән институтҡа уҡырға ингән йылда уҡ дуҫлашты улар. Бәһлеүән кәүҙәле, сибәр егет уҡыу яғынан шәп булған Йәмиләгә тәүге сессиянан һуң ныҡлап иғтибар итеп, дуҫлашып киттеләр. Артабан дәрестәргә бергә йөрөнөләр, әҙерләнделәр. Әҙерләнделәр тигәс тә, ҡыҙ егеттең контроль, практик эштәрен үҙе эшләп бирҙе, имтихан ваҡытында ла ныҡ ярҙам итте. Телгә шәп булһа ла, уҡыуға елкәһе йоҡараҡ ине Әмирҙең. Шулай улар араһындағы дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-06-10/b-hetem-erg-md-bul-an-ik-n-4716812

