🥰ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР — 10 июня 2026 г. в 04:23:25.966
🥰ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ. Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. Июнь айында ямғырҙан һуң Салауат күпере пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ ваҡыт йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. Ҡарлуғас йәйҙе башлай, һандуғаста йәй тамамлана. Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, ҡояшлы яҡшы һауа торошо буласаҡ.

