🔥 16 июндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Арханге...
🔥 16 июндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Архангел районының Оҙондар ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һөҙөмтәһендә бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан ағас йәйге аш-һыу, утынлыҡ һәм һарай зыян күргән. 👆 Янғынды һүндереүселәр ут һүндереү барышында 91 йәшлек ирҙең кәүҙәһе тапҡан. Янғындың сәбәбе һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана. ❗️ Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының иҫкәртә: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! 📌 Электр сымдарының һәм мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшерегеҙ, ут сығанаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Оло йәштәгеләрҙең именлегенә айырым иғтибар бирегеҙ – уларҙың торлаҡтары янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килеүенә инанығыҙ. 🚒 Янғын осрағында шунда уҡ "101" йәки "112"телефондарына шылтыратығыҙ. Автор: Р. Мусина. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.