💥 Бөгөн - Салауат Юлаевтың тыуған көнө ... — 16 июня 2026 г. в 04:02:59.707
💥 Бөгөн - Салауат Юлаевтың тыуған көнө Бөгөн Салауат районында Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арналған саралар үтәсәк. 🔷 Тәкәй ауылы урынында, "Салауат ере" тарихи-мемориаль паркында ҙур әҙәби-музыкаль композиция планлаштырылған. Унда тыуған яҡты өйрәнеүселәр, урындағы шағирҙар, ағинәйҙәр, Салауат Юлаев музейы, "Янғантау" геопаркы хеҙмәткәрҙәре, Әлкә мәктәбе ҡарамағында асылған "Ҡояшҡай" лагерынан балалар саҡырылған. 🔶 Иҫтәлекле сара Таш тирмәләге һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлана. Башлана: 11.00 сәғәттә. ✅Сығанаҡ: "Салауат ерендә".

