⭐ "Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш" — 24 июня 2026 г. в 05:22:18.220
⭐ "Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш" ✍“Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, хәстәрлекле, ышаныслы был яҡташыбыҙҙы күптәр яҡшы белә. Ул күптәр өсөн маяҡ, – тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. – Уңың ихтыяр көсөнә, маҡсатҡа ынтылышына һоҡланмау мөмкин түгел”. 🤝 Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән “Кореш” позывнойын алған яугирҙең йәш сағынан аҙ һүҙле, хеҙмәт һөйөүсән, ныҡышмал булып үҫеүен яҡташтары белә. Яңыраҡ ул тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Хәрби хеҙмәте хаҡында артыҡ һөйләргә яратмай, ҡыҫҡаса ғына түбәндәгеләрҙе әйтеп үтте: – Нимә һөйләргә һуң? Эшләйбеҙ, – тине ул .– Ҡайҙа тура килә, шунда йоҡлайбыҙ – блиндаждарҙа, подвалдарҙа. Көнкүреш мәсьәләләрен үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Һәйбәт ашаталар. Аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ артынан үҙебеҙ тылға йөрөйбөҙ. 🏥 Ул үҙенең санинструктор булып хеҙмәт итеүе, һалдаттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләне. “Минең өсөн иң мөһиме – егеттәргә иҫән ҡалырға ярҙам итеү, бәләнән ҡурсалау. Һуғышта һалдаттың сыҙамлы, физик яҡтан сәләмәт, йылғыр, зирәк булыуы бик мөһим. Тиҙ йүгерә, ауыр әйберҙәрҙе күтәрә, йәһәт төшөнөргә тейешһең”, – тип өҫтәне. 🔥 "Кореш” тәүҙә Донецк, аҙаҡ Херсон йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ҡатмарлы шарттарҙа ла, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең төшөнкөлөккә бирелмәүе, батырҙарса һуғышыуы, алға барыуы, еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта буласағы хаҡында өмөтләнеп һөйләне ул. ✅Наталья Талаева фотоһы. ✅Автор: Динә Арыҫланова.

